Artist: | Бүреләр (Башҡорт) |
User: | dirizhable@gmail.com |
Duration: | 130 seconds |
Delay: | 12 seconds |
Chord names: | Not defined |
Abusive: | |
Comment: | - |
G D Em C
Куплет 1
Йүгереп юлдарымда,
Ашҡынып уйҙарымда
Мин барам һинең яндарыңа,
Юғалам һинең хыялдарыңда.
Белмәһәң минең яҙмышты,
Күрмәһәң үткер ҡарашты
Эҙләмә яуап ят һүҙҙәрҙә,
Табырһың уны минең күҙҙәрҙә
Припев
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым,
Хаталарымды ҡабатлайым,
Ҡурҡыу һыуҙарында батмайым,
Ләкин бер ни ҙә аңламайым.
Моңһоу йырҙарымды йырлайым,
Тубыҡланып ултырып илайым,
Һуңғы хистәрҙе ҡурсалайым
Тик һин быларҙы аңламайһың...
Куплет 2
Түҙалһаң донъя бушлығын,
Көталһаң көндәр сафлығын
Булырмын һинең яндарыңда,
Ҡалырмын һинең хыялдарыңда.
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым,
Хаталарымды ҡабатлайым,
Ҡурҡыу һыуҙарында батмайым,
Ләкин бер ни ҙә аңламайым.
Моңһоу йырҙарымды йырлайым,
Тубыҡланып ултырып илайым,
Һуңғы хистәрҙе ҡурсалайым
Тик һин быларҙы аңламайһың...
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым,
Хаталарымды ҡабатлайым,
Һуңғы хистәрҙе ҡурсалайым
Тик һин быларҙы аңламайһың...